Интернет киңлектәрендә үҙеңде мутлашыусыларҙан нисек араларға? Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә етди хәүефте иҫкәртеү буйынса уникаль ысул менән таныштырҙы. Республиканың «Борей технологияһы» компанияһы «Көнсығыш» браузерын тәҡдим итте. Ул илебеҙҙең берҙәм программа тәьминәте реестрына индерелгән һәм төрлө ресурстар менән файҙаланыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Әлегә браузер менән тулы күләмдә файҙаланып булмай, әммә киләсәктә бөтә ҡулланыусылар өсөн дә ул асыҡ буласаҡ. Башҡортостан ғәҙәттәгесә, үҙебеҙҙең программа тәьминәтен әҙерләү буйынса Рәсәй лидерҙары иҫәбенә инә. Беҙҙә фәнни база, техник йыһазландырыу һәм, иң мөһиме, дәүләт күләмендәге мәсьәләләрҙе хәл итә белгән профессионалдар бар. Ауыр шарттарҙа илебеҙҙең һанлы суверенитетына ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



