Учалы районында тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләре бөтөрөлә. Көслө дауыл уҙған тәүлектә киске сәғәт 7-се яртылар тирәһендә Өргөн ауылында теркәлгән. Ваҡиға шаһиттары төшөргән видеояҙмаларҙан күренеүенсә, ҡап-ҡара ҡойон күлдән күтәрелә. Һөҙөмтәлә бер нисә йорт зыян күрә, ауыл утһыҙ ҡала, газ һүнә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Заманында зәңгәр экрандан, унан һуң социаль селтәрҙәрҙән генә күреп белгән тәбиғәт ғәрәсәте Башҡортостан ерлегендә лә хасил булды. Хәҙер инде ул ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Йыл да тиерлек Әбйәлилдә күҙәтелгән ҡойон, был юлы Учалы районында күтәрелде. Әлбиттә, эҙһеҙ үтмәне.
Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә ауыл ваҡытлыса утһыҙ ҡала, 8 өйҙә газ һүнә, бер нисә йорт ҡыйығы зыян күрә. Бәхеткә, ҡазаланыусылар юҡ. Әммә, тәбиғәт ғәрәсәте күптәрҙе ҡурҡытҡан.
Тергеҙеү эшен тиҙләтеү өсөн бөгөн ярҙамға Белорет һәм Әбйәлил райондарынан өҫтәмә көстәр-электр селтәрҙәренең авария бригадалары, техника һәм белгестәр килгән. Һыу, элемтә, газ менән тәьмин итеүҙе тергеҙеү, сүп-сар йыйыуҙы ойоштороу мәсьәләләре контролдә тотола. Коммуналь һәм авария бригадалары өҙлөкһөҙ һәм бер ниндәй ҙә сикләүҙәрһеҙ эшләй алһын өсөн ауылда «Юғары әҙерлек» режимы индерелгән. Башҡортостан прокуратураһы дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүҙе күҙәтеүгә алды. Ведомство тергеҙеү эштәренең ваҡытында үтәлешен һәм граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин ителешен контролдә тотасаҡ.
Ә Өфөлә иһә коммуналь хеҙмәттәр ҡойма ямғыр эҙемтәләрен бөтөрҙө. Улар юлдарға, канализация селтәрҙәренә тулған сүп-сарҙан һәм япраҡтарҙан таҙартты. Күп ҡатлы йорт алдына йыйылған ямғыр һыуҙарын һурҙырыу дауам итә. Белгестәр һуңғы тәүлектә яуған яуым-төшөмдөң айлыҡ норманың 39 процентын тәшкил итеүен билдәләй.
Азат Ғәлиуллин



