Яуым-төшөм бал йыйыу миҙгеленә нисек йоғонто яһай?

Бал ҡорттары кәрәҙҙәрҙе йүкә сәскәһе нектары менән тултырған мәлдәрҙә яуым-төшөм йыш күҙәтелде. Умартасыларҙың күпме бал аласағы-һауа торошона ла туранан-тура бәйле, ти белгестәр. Йылы һәм уртаса дымлы яҙ бал ҡорттары ғаиләләренә тиҙ үҫешергә ярҙам иткән, бал йыйыу миҙгеле башланыуға улар көс йыйған һәм һәм әүҙем эш башлаған.Йүкәнең сәскә атыуы ла һауа шарттарына һиҙгер. Әгәр һауа торошо ике аҙнан ашыу эҫе һәм ҡоро торһа, нектар бүленеп сығыуы кәмей, хатта ҙур умарталыҡтарҙа ла ҡорттар балды әҙерәк йыя.

Оптималь температурала һәм дымлылыҡта контроль умартаның артымы көнөнә 8-10 килограмға етеүе ихтимал, ти белгестәр.Бал йыйыу миҙгелендә ямғырҙар нектарҙы йыуа һәм бал ҡорттарына осорға ҡамасаулай был балды ҡырҡа кәметә. Саманан тыш ҡоролоҡ та зарарлы: үҫемлектәр нектарҙы насар бүлә, ә эҫелә бал ҡорттары бал йыйыуға түгел, ә елләтеүгә көс сарыф итә.2026 йыл башына бал ҡорто ғаиләләре 226 мең самаһы тәшкил иткән. Бал ҡорто ғаиләләрҙең 90 проценттан ашыуы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа тотола. Былтыр умартасылар 5,6 мең тоннанан күберәк тауар балы йыйған. Эксперттар баһаһы буйынса, бындай һөҙөмтә республикаға Рәсәйҙә күләме буйынса икенсе бал етештереүсе статусын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ