Башҡортостанда юғары тиҙлекле Ватан коммутаторҙары сығарыласаҡ

Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү федераль фонды менән телекоммуникация ҡорамалдары етештереү проектын финанслау тураһында килешеү төҙөнө. 653 миллион һумлыҡ льготалы заем сәнәғәт элемтәһе саралары етештереүҙә махсуслашҡан Өфөнөң «Полигон» ғилми-производство предприятиеһына йүнәлтеләсәк. Ике яҡ араһындағы документҡа Екатеринбург ҡалаһында үткән «Иннопром» Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡул ҡуйылды. Заманса селтәр технологияларына нигеҙләнгән тәүге Ватан ҡорамалдарын етештереү проекттың төп технологик өҫтөнлөгө һанала. Предприятие секундына 400 гигабит тиҙлектә эшләүсе «Аттика» юғары етештереүсәнлекле коммутаторҙар серияһын сығарыуҙы планлаштыра. Был ҡорамалдар ҙур күләмле мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм яһалма интеллект өлкәһендәге бурыстарҙы хәл итеү өсөн уңайлы булыр тип күҙаллана.

Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу биш йылға иҫәпләнгән. Предприятиела «Аттика» коммутаторҙарын етештереүҙе 1 меңгә тиклем һәм «Инйәр-С» индустриаль коммутаторҙарын 3 меңгә тиклем киңәйтеү күҙаллана. Федераль сәнәғәтте үҫтереү фонды 100-ҙән ашыу яңы эш урынын булдырыу менән бергә, 2030 йылға килемде 2 миллиард һумға тиклем арттырыу бурысын ҡуя. Әйткәндәй, компанияның былтырғы табышы 236 миллион тәшкил иткән, ә саф килеме 6,5 миллион һум.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ