Радий Хәбиров Рәсәйҙә кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Яна Лантратова менән осрашты

Яҡтар республикала кеше хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе. Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, бөгөн иң мөһим бурыстарҙың береһе-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау. Хәрбиҙәрҙең дәүләт ярҙамы буйынса хәл итергә кәрәкле мәсьәләләре күп. Һәм, әлбиттә, бик ҡатмарлы тема-яугирҙарҙы әсирлектән сығарыу һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү. Был мәсьәләләрҙе минең үтенесем буйынса Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина координациялай. Ә Яна Валерьевнанан хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙе эҙләү һәм ҡайтарыу буйынса комиссия эшенә һәр яҡлап ярҙам итеүен һораным. Бик ауыр, әммә бик изге эштә уға уңыштар теләйем, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ