Төҙөк юлдар һәм уларҙы тәртиптә тотоу һәр төбәктең социаль торошон билдәләй. Был йәһәттән Баймаҡ ҡалаһында һәм районында ҙур эштәр башҡарыла. Был турала тулыраҡ киләһе яҙмала.
Юл мәсьәләләре бөгөнгө көндә бик актуаль. Район башлығы Азамат Иҙрисов халыҡты ҡабул иткән осрашыуҙарҙа ла был һорау киҫкен тора. Шуға ла был эш район башлығының шәхси контролендә тотола.
Баймаҡ ҡалаһының Көнъяҡ микрорайоны ла йылдан-йыл үҫешә. Унда йәшәүсе халыҡты ла юл мәсьәләләре борсой. Бына ниһәйәт «Сейәле» урамында ла юлға ҡырсынташ түшәлде. Быны урындағылар хуплап ҡабул итте.
Әлеге ваҡытта Сейәле урамының 1500 метр юлына таш япмаһы түшәлеп ремонт эштәре аҙағына яҡынлашҡан. Уның өсөн Баймаҡ коммуналь хужалығы коллективы һәм 7 берәмек техника һәм йәлеп ителгән.
Ҡала һәм районда юлдарҙы төҙөкләндереү саралары күрелһә лә, башҡараһы эштәр ҙә бихисап. Быйыл ҡаланың күптән төҙөкләндереү талап иткән Ирәндек, Яр буйы, Баҡса, Карл Маркс, Революция, Таналыҡ, Сиҙәм урамдарының юлдары яңырыуы халыҡ өсөн уңайлыҡтар тыуҙырҙы.



