Өфөлә ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

«Масксети Щит Өфө» хәрәкәте ирекмәндәре Фехтование үҙәге хеҙмәткәрҙәре өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Улар бергәләп йәйге маскировка селтәрҙәрен үреүҙә ҡатнашты. Тупланған кәрәк-яраҡ яҡын арала гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк. Әйткәндәй, 2022 йылдың октябренән алып «Масксети Щит Өфө» ирекмәндәре махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына дөйөм майҙаны миллион квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән 65 мең маскировка селтәре оҙатҡан. Уны 140 футбол яланы менән сағыштырырға мөмкин.

«Масксети Щит Өфө» хәрәкәтенең Өфөлә 10-дан ашыу, республикала 150-нән күберәк цехы эшләй. Ирекмәндәр хәрәкәте сафына меңләгән кеше йәлеп ителгән. Төрлө тәғәйенлештәге маскировка селтәрҙәре яугирҙарҙың һорауы буйынса үрелә. Фехтование үҙәгендә сынығыуҙы хәҙер спорт аренаһында ғына түгел, ирекмәнлек эшендә лә алалар. Изге эштә хеҙмәткәрҙәр менән бер рәттән, балаларын күнекмәләрҙән көткән ата-әсәләр ҙә ҡатнаша ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ