Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре бер юлы бер нисә майҙансыҡта-ҡала халҡы өсөн уңайлы урындарҙа ойошторолдо. Спорт һарайы алдындағы сауҙа рәттәрендә хаҡтар һәм фермерҙар етештергән ауыл хужалығы продукцияһы ассортиментын беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Ял көндәрендә спорт һарайы алдындағы йәрминкәлә фермерҙар йәшелсә, еләк-емеш тәҡдим итте. Йәшелсә аштары бешереү өсөн кәбеҫтә-сөгөлдөрҙөң иң тәмле һәм витаминға бай осоро.

Өфө районы Дмитриевка ауылында йәшәүсе Венера Михайлова йәй башынан алып ноябрь аҙағына тиклем йәрминкәлә үҙе үҫтергән емеш-еләк, шифалы үләндәр һата. Төрлө өлкәләрҙә тырышып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ханым 12 сутый ерҙә баҡса үҫтереп, ярайһы ғына килем ала.

Ә был тауарҙарҙың хужабикәһе Кушнаренко районынан Зөһрә Шакирова. Ул өфөләргә ҡыяр, йәшелсә тоҙлау өсөн тәмләткес үләндәр, бройлер тауыҡтарын алып килгән. Был кәштәләр йәрминкә тамамланыуға бушап, бар аҙыҡ-түлек һатылып бөтәсәк, сөнки ҡалала йәшәүселәр ауылда үҫтерелгән экологик яҡтан таҙа ризыҡты ҡулланыуҙы хуп күрә.

Анастасия Макарованың шәхси хужалығында меңдән ашыу умарта иҫәпләнә. Ғаилә Белорет, Архангел һәм Нуриман райондарында бал айырта. Фермер йәрминкәгә Йөйәк ауылы янындағы тау йүкәләренән йыйылған бал алып килгән. Татлы ризыҡ йәшелсә һәм еләк менән бер кәштәнән һатыла. Былтыр улар һатыуға 3 тоннанан ашыу бал сығарһа, быйыл 7 тоннанан ашыуыраҡ булмаҡсы.

Хаҡтарға килгәндә уларҙы һатыусы шәхсән билдәләй. Йәрминкәлә хуш еҫле бал, йәшелсә һәм емеш-еләк, өйҙә бешерелгән ризыҡтар, урындағы етештереүселәрҙән ит һәм һөт ризыҡтары тәҡдим ителде. Һәр ризыҡа етештереүселәр үҙ йылыһын һәм хәстәрлеген һалған.

Йәрмикәлә фермерҙарҙан йүкә балының килограмын 800 алып 1000 һумғм тиклем хаҡҡа һатып алырға мөмкин ине. Тимәк, өс литрлы банкалағы йүкә балы өсөн һатып алыусылар 3500алып 4000 тиклем аҡса сарыф итергә әҙер. Ял көнө йәрмикәләре киске 16 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ