Өфөлә яңы эндоскопик технологиялар дауалау мөмкинлектәрен киңәйтте

Өфө табиптары бер нисә йыл инде бәләкәй уйым йәки нәҙек ҡорамалдар ярҙамында уңышлы операциялар үткәрә. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының диагностика һәм хирургия мөмкинлектәре милли проекттар ярҙамында камиллашыуын дауам итә. Быға хирургтың икенсе ҡулы һаналған эндоскопик ҡорал ҙур өлөш индерә. Ул операцияны аҙ ҡан юғалтыу һәм юғары хәүефһеҙлек менән үткәрергә мөмкинлек бирә. Быйыл милли проект буйынса республиканың төп дауаханаһы 14 берәмек ҡиммәтле ҡорамал һатып алған. Улар медицина ярҙамының сифатын яңы кимәлгә күтәргән. Иң мөһиме дауалау алымдары килешкән пациенттар һаны артҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ