«Салют» үҙәгендә тәүге эксперименталь йәйге смена асылды

«Салют» республика реабилитация үҙәгендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәүге тапҡыр эксперименталь йәйге смена ойошторолдо. Ул көндөҙгө ял лагеры форматында эшләй. Бынан тыш, үҙәк республика район-ҡалаларынан килгән балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен ҡабул итеүен дауам итә. Йыл һайын бында 7 меңгә яҡын бала дауалау курсы үтә. Дауалау маршрутын табиптар һәр кем өсөн айырым төҙөй. Яңы программалар ҙа индерелә. Быйыл йәй мәҫәлән, учреждениела пилот проекты сиктәрендә көндөҙгө лагерь эшләй башланы. «Салют» үҙәгендә баланың һәләте асыла, алған һөҙөмтәләре нығытыла.

Отряд һәм дөйөм лагерь сараларынан тыш, көн һайын психологтар менән тренингтар уҙғарыла. Мотлаҡ команда эшен балалар көн дә башҡара. Бынан тыш, программаға бөтә медицина процедуралары ла индерелгән.

Милана Скоробогатова, «Салют» Республика реабилитация үҙәге директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ