Муниципалитет хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев тиҫтәнән ашыу парға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына Иҫәнгилде ауылынан Мөхтәр һәм Рима Шәриповтар лайыҡ булды. 50 йыл дауамында татыу ғүмер күсергән пар алты бала тәрбиәләгән, бөгөн уларҙың һәр береһенең үҙ ғаиләләре бар. Шәриповтарҙы районда тоғролоҡ һәм ныҡлы ғаилә ҡиммәттәре символы тип атайҙар.
Сараға саҡырылған ғаиләләрҙең барыһы ла балалар үҫтергән, ғүмер буйы эшләгән, төбәк үҫешенә тос өлөш индергән. Уларҙың никахы-ихлас хәстәрлек һәм тоғролоҡ өлгөһө, ә тормош тәжрибәһе-йәш быуын өсөн ҡиммәтле мираҫ.



