Әбйәлил районында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Зәбир Хөшшәмов менән Рифат Гәрәевтың исемдәрен мәңгеләштергән ат сабыштары үтте. Төбәктә икенсегә үткән спорт сараһы яҡын-тирә райондарҙан ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Ярыш яугирҙарыбыҙҙы хөрмәтләү, уларҙың ҡаһарманлығын онотмау һәм йәш быуынды Ватанға һөйөү рухында тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо. Ат сабыштары 4 төрлө категорияла уҙғарылды. Тамашасыларҙы спортсыларҙың оҫталығы, аттарҙың ғәйрәте һоҡландырҙы.
Яңы Һамар ауылы эргәһендә ат ярыштары киләсәктә лә ойошторолор тип көтөлә. Яугирҙарҙың яҡындары әйтеүенсә, бындай саралар рух көсөн, спортҡа булған ихласлыҡты күрһәтеп, халыҡты берләштерә. Әйткәндәй, бәйге лә Яңы Һамарҙа үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы сиктәрендә ойошторолдо.



