Башҡортостанда тәүге «Баҡыр» фестивале үтте

Белорет районындағы Тирлән заводы биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн, «Баҡыр» тау-завод цивилизацияһы фестивален асыу тантанаһында белдерҙе. Тәүге тапҡыр уҙғарылған сара Ишембай һәм Мәләүез райондарында, тарихи Верхотор һәм Воскресенское баҡыр иретеү заводтары урынлашҡан биләмәлә үтте. Фестивалдә Дәүләт Думаһы депутаты Сангаджи Тарбаев ҡатнашты. Сараның тарихи һәм мәҙәни әһәмиәте, туризмға йоғонтоһо тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Верхотор заводы биләмәһе гөрләп тора. Әйтерһең дә, урамда 18 быуат һәм баҡыр иретеү заводының тулы ҡеүәтенә эшләгән сағы. Ысынбарлыҡта иһә был майҙан оҙаҡ йылдар ташландыҡ хәлдә була, кирбестәр емерелеп төшә, быуа бысрана.

Верхоторҙың тарихи заводына Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән яңы һулыш өрөлә. 2023 йыл элек биләмә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулай. Майҙанды төҙөкләндереүгә 66 миллион һум федераль грант һәм республика ҡаҙнаһынан 271 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Ике йыл элек бында «Ваҡыт театры» төҙөкләндереү проекты тормошҡа ашырыла.

Бөгөн иһә биләмәне танрылыҡ та түгел, бында балалар, спорт майҙансыҡтары эшләй, быуала кәмәләрҙә йөҙөргә мөмкин, амфитеатр бар. Туристарға ял итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, улар боронғо заводтың тарихы менән дә таныша ала.

Быуаттар дауамында төҫһөҙләнеп бөткән был кирбестәр завод диуарҙары ғына түгел, Көньяҡ Уралдың 18 быуаттағы тау завод цивилизацияһын сағылдырған тарихи ҡомартҡы. 1759 йылда Верхнотор ауылында асылған ошо баҡыр иретеү заводы заманында иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе була. Күҙ алдына килтереү өсөн, 1772 йылда бында 1 мең 500 тирәһе кеше эшләй, 300 мең тонна баҡыр иретелгән саҡтар була. Верхотор заводы 1913 йылда ябыла, әммә бөгөн ул яңы һулыш кисерә тип әйтергә мөмкин, тик туристик объект һәм тарихи һәйкәл булараҡ.

Ғалимдар әйтеүенсә, Башҡортостандың тарихы бай һәм үҙенсәлекле, ул мәмерйә цивилизацияһын да, күсмә халыҡтар тормошон да, тау-завод эшмәкәрлеген дә үҙ эсенә ала. Фәнни сығанаҡтарҙан башҡорттарҙың тимер эше менән әүҙем шөғөлләнеүе, данлыҡлы сәнәғәтселәре билдәле.

Фестивалдең пленар ултырышында һүҙ республиканың туристик ҡеүәтен үҫтереү тураһында барҙы. Бының өсөн төбәктә тулы мөмкинлектәр бар.Башҡортоста хозур тәбиғәте, тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары менән дан тота. Һөйләшеүҙә ғалимдар, эшҡыуарҙар, район халыҡ ҡатнашты.

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе яңы проект ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Ул республиканың төрлә төбәктәрендә урынлашҡан тарихи заводтар менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Мәләүез районының Воскресенск баҡыр иретеү заводы биләмәһендә лә бөгөн тормош ҡайнай. Бында фестивалдең икенсе өлөшө бара. Майҙанда завод эшләгән осор-18 быуат атмосфераһы тыуҙырылған. Бында үҙеңде боронғо кәсептәрҙә, һөнәрҙәрҙә һынап ҡарарға ммөкин, хатта тимерлектә эшләп ҡарарға ла. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы ла тәбрикләне.

Көньяҡ Уралда 18-19 быуатта эшләгән Верхотор һәм Воскресенск заводтары биләмәһе федераль программалар ярҙамында төҙөкләндерелә. Бер-береһенән 13 километр алыҫылыҡта ғына урынлашҡан ике завод элек Башҡортостан тау-завод цивилизацияһының сағылышы булһа, хәҙер туристарҙы йәлеп иткән тарихи-мәҙәни ҡомартҡы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров киләсәктә Белорет районындағы Тирлән металлургия заводы майҙаны ла төҙөкләндереләск тип белдерҙе. Был объектға нигеҙ 200 йыл элек һалынған.

Р.Кәримова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ