Уның маҡсаты – беренсе класҡа йыйынған етем-балаларға кәрәклде әйберҙәр туплау. Әле ошондай ярҙамға баш ҡалала 70-гән малай һәм ҡыҙ мохтаж. Балаларға мәктәп формалары, спорт костюмдары, тоҡсайҙар, аяҡ кейемдәре, китаптар, канцелярия тауарҙары, уйынсыҡтар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр талап ителә. Шулай уҡ, битараф булмағандар 1 сентябргә аниматорҙарҙы үҙ иҫәбенә яллай ала.







