Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Йыл башынан дөйөм майҙаны 87 гектарҙа 15 урман янғыны һәм 329 гектарҙа 202 ҡоро үлән яныу осрағы теркәлгән.Уҙған тәүлектә тәбиғәт биләмәләрендә янғындар булмаған. Республикала 5 миллион 700 мең гектар урман фондында янғындарҙы иҫкәртеү өсөн йыһан мониторингы, 4 миллион ашыу гектарҙы авиация һәм 563 йүнәлеш буйынса ер өҫтөндә патруллек ҡулланыла. Хәүефле райондарҙа 22 “Лесолюбитель” системаһы эшләй.








