Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, автомобиль яғыулығы баҙарындағы хәл халыҡтың асыуын ҡабартҡан иң борсоулы мәсьәлә. Проблеманы хәл итеү өсөн республикала аныҡ саралар күрелә, әммә алыҫ райондарҙа ҡатмарлыҡтар күҙәтелә. Ҡайһы бер урындарҙа дизель яғыулығы юҡ. Өфө һәм уның тирәһендәге заправкаларҙа ла тотҡарлыҡтар килеп тыуған, тине Башҡортостан башлығы.
Радий Хәбиров дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа халыҡты хеҙмәтләндереү мәсьәләһен дә күтәрҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ проблемаларын өйҙә ҡалдырырға һәм пациенттар менән кешелекле һөйләшергә бурыслы. Тупаҫлыҡ осраҡтары тураһында хәбәр килһә, баш табиптар эшенән бушатыласаҡ, тине төбәк етәксеһе.






