Ҡыйғыла боронғо солоҡсолоҡ кәсебе тергеҙелә

Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәүсе Артур Заһитов был яҡтарҙа киң таралмаған түмәр-солоҡ умартасылығы менән шөғөлләнә башлаған. Бының өсөн оҫта йорт алдында түмәр солоҡтар ҡуйыу менән генә сикләнмәй, уҙған быуат урталарында Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан олатаһы Сабир Заһиҙуллин уйған урман эсендәге ҡарағай олонондағы солоҡто тәртипкә килтереп, яңы күс ултыртҡан. Нәҙекәйбилдәр боронғо солоҡто үҙ иткән, әлеге ваҡытта ҡорттар бал йыйыу менән мәшғүл. Ямғырлы һәм күп сәскәле йәй ҙә яңы шөғөл өсөн ҡулай.

Бынан бер йыл элек, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Заһитовтар ғаиләһе яугир олаталары иҫтәлегенә олпат ҡарағай төбөнә таҡтаташ беркеткәйне. Туғандар изге урынға юлды һыуындырмай. Ошо көндәрҙә улар йүнсел туғандарының башланғысын хуплап ҡарағай эргәһенә солоҡ сәйенә йыйылды. Ата-бабалар рухына тоғро ҡалып, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренә яңы һулыш өргән ерҙә күркәм йолалар ҙа барлыҡҡа килә. Киләсәктә Солоҡ сәйе йолаһының да был яҡтарҙың бренд сараһына әйләнеүе ихтимал.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ