Радий Хәбиров Башҡортостан автозаправкалау станцияларына яғыулыҡ тәьминәтен күҙәтеүҙе көсәйтергә ҡушты. Айырыуса ауыл хужалығы предприятиеларына өҙөклөк булдырмау бурысы ҡуйылды. Сөнки әле аграрийҙарҙың ҡыҙыу эш мәле-урып-йыйыу кампанияһы башланып тора. Яғыулыҡ баҙарындағы төп һорауҙар иртәгә оператив штаб ултырышында ла ҡараласаҡ. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Уҙған аҙнала ғына яғыулыҡҡа бәйле хәл көйләнгән, проблема хәл ителгән кеүек булғайны. Әммә һуңғы көндәрҙә автозаправкалау станцияларында йәнә сираттар барлыҡҡа килеүе мәсьәләнең тулыһынса хәл ителмәүен күрһәтә, был үҙ сиратында водителдәр өсөн ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Башҡортостан башлығы рәйеслегендәге бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһе лә ошо мөһим тема тураһында һөйләшеүҙән башланды.
Проблема бар, уны хәл итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҡарала. Автозаправкалау станцияларында мониторинг ойошторолған, бензинды канистрҙарға ҡойоп һатыу тыйылған. Бынан тыш, «Лукойл-Уралнефтепродукт» компанияһы төбәк заправкаларына яғыулыҡ ташыу күләмен арттырырға ниәтләй, Башҡортостан Хөкүмәте нефть эшкәртеү предприятиеларынан яғыулыҡты тура станцияларға оҙатыу мөмкинлеген ҡарай.
Оператив кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер һорау халыҡ сәләмәтлеге менән бәйле. Башҡортостан башлығы билдәлеүенсә, республика медицина учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға даими иғтибар бирелә. Әммә кешене заманса технологиялар ғына түгел, яҡты йөҙ ҙә, йылы һүҙ ҙә дауалай. Медицина хеҙмәткәрҙәре пациенттарға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булырға тейеш, әммә тупаҫлыҡ осраҡтары ла күҙәтелә, тине Радий Хәбиров.
Оператив кәңәшмәлә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының эшмәкәрлеге тураһында ла һүҙ барҙы. Йәмәғәт ойошмаһының республика буйынса 71 бүлексәһе иҫәпләнә, ул 20 меңдән ашыу ирекмәнде берләштерә. Штаб махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә ярҙам күрһәтеү буйынса эш алып бара. Был осор халыҡтың берҙәмлек сағылыш булып ҡаласаҡ, тине Радий Хәбиров.
Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан фәндәр академияһының ғилми эшмәкрлеге тураһында ла һүҙ барҙы. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар 70-тын ашыу проект өҫтөндә эшләнә. Радий Хәбиров Академияға үҙ эшмәкәрлеген Вуз-ара студенттар кампусы биләмәһендә лә йәйелдерергә ҡушты.
Р.Кәримова





