Ағзалар биләмәне ҡараны, тамамланған, башҡарылған майҙансыҡтарҙы барланы. Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа арналған һәйкәл алдында мәҫәлән, эш тулыһынса тиерлек теүәлләнгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Мәҙәни мираҫ һаналған объектта төҙөкләндереү эштәре бер минутҡа ла тынмай. Парк танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Заманса һулыш биреләсәк биләмәгә илдең башҡа ҡалалары ла көнләшерлек буласаҡ. Эш йәмәғәт контроле күҙәтеүендә алып барыла.
Ленин паркы республикала иң боронғоларҙың береһе-ул 19-сы быуат уртаһында асыла. Тәүҙә йәшел зона үҙенә нигеҙ һалған Ушаков, һуңынан-Матросов, хәҙер инде Ленин исемен йөрөтә. 7 гектар майҙанды биләгән парк асыҡ һауалағы музейҙы хәтерләтә. Бында Александр Матросов, Арыҫлан Мөбәрәков, Мортаза Рәхимовҡа һәйкәлдәр, граждандар һуғышы геройҙары ҡәберҙәре һәм башҡа мемориаль таштар бар. Һуңғы тапҡыр был паркта капиталь ремонт 80-се йылдарҙа уҙғарыла. Әйткәндәй, Башҡортостандың беренсе президенты хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл алдында эш тулыһынса тиерлек тамамланған. Майҙан башҡорт орнаменттары менән байытылған.
Ленин паркы «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөкләндерелә. Эшселәр әйтеүенсә, был парк ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Киләсәктә биләмә Өфө халҡының һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял урынына әйләнер тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин






