Журналистикала уңыш формулаһы-20 процент талант, ҡалғаны характер, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм ныҡышмаллыҡтан тора. Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусында күренекле телевидение алып барыусыһы Эрнест Мацкявичюс йәш журналистар, матбуғат хеҙмәттәре етәкселәре, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашып, һөнәр нескәлектәре тураһында һөйләне. «Журналист һәр яҡлап та үҫешкән белгес, үҙ һөнәренең оҫтаһы булырға тейеш,»-тине ул үҙ сығышында. Сәғәт ярымлыҡ тура эфирҙар алып барғанда тотош ил халҡына оператив һәм дөрөҫ мәғлүмәт еткереү, төбәк журналистары менән берҙәм эш итеү-федераль каналда быларҙың барыһы ла иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Эрнест Мацкявичюс Юғары иҡтисад мәктәбендә ике институт менән етәкселек итә, ошондай оҫталыҡ дәрестәрен даими уҙғарыуын билдәләне.






