Өфөлә «Боронғо Өфө серҙәре» күргәҙмәһе асылды

Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында «Боронғо Өфө серҙәре» тип исемләнгән күргәҙмә менән танышырға мөмкин. Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекты-Өфө-2 ҡаласығының макеты, археология һәйкәле биләмәһендә эҙләү-ҡаҙыу эштәре барышында табылған хеҙмәт, көнкүреш ҡорамалдары, кәсеп әйберҙәре, кейем-биҙәүестәрҙең реконструкция өлгөләре халыҡ иғтибарына тәҡдим ителә. Күләмле экспозиция «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы тарафынан әҙерләнгән, проект Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ