Хәйбулла районында Ҡурай байрамы уҙҙы. Аҡъярҙың мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған сара күренекле башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналды.
Байрам халыҡ артисының һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Ижади фестивалдә милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ҡурайсының тормошо һәм ижадына арналған күргәҙмә эшләне. Йомабай Иҫәнбаев ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусы. Уның ижади мираҫы киң һәм күп яҡлы. Йомабай Мөтиғулла улы сит ил сәхнәһендә милли сәнғәтте күрһәткән тәүге башҡорт музыканттарының береһе.
Башҡорт халҡының рухи байлығына мәҙхиә йырлау Йомабай Иҫәнбаевтың иҫтәлегенә генә түгел, республиканың мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа мөһим аҙым булды. Бөйөк ҡурайсының профессиональ уйнау сәнғәте бөгөн дә башҡарыусыларҙың һәм тыңлаусыларҙың яңы быуындары йөрәгендә йәшәүен дауам итә.





