Мәскәүҙә, Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Стажировка үҙәге эшләй. Ул республика предприятиелары һәм ойошмаларында, власть органдарында практика үтергә ярҙам итә. "Башинформ" хәбәр итеүенсә, бөгөнгә 100-ҙән ашыу кеше ғариза тапшырған. Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе үҙебеҙгә ҡайтарыу өсөн проекттың әһәмиәтен дә билдәләне. - Студент предприятиела практика үтеп, үҙенең кәрәкле белгес буласағын аңлаһа уның бында ҡайтыу мөмкинлеге арта, тине Республика Башлығы.







