20 августан 6 сентябргә тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары фатир һәм өйҙәрҙе йөрөп сыға. Бындай сара халыҡҡа Дәүләт Думаһына һайлау тураһында хәбәр итеү өсөн кәрәк. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов.
Дәүләт Думаһына һайлау әҙерлек башланды. Тауыш биреү өсөн өс көн – 18, 19, 20 сентябрь билдәләнгән. Шулай уҡ Өфө ҡала советына, Урал аръяғы округы буйынса Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайына, 38 райондағы үҙидара вәкилдәренә өҫтәмә һайлау үтә.








