155 меңдән ашыу гектар майҙанда үлән сабылған. 70 мең тонна бесән әҙерләнгән, тип белдерәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Әлегә бер баш малға 5,4 центнер аҙыҡ әҙерләнгән. Был планға ҡарата 21 процент. Республика хужалыҡтарына быйыл 650 мең тонна бесән, 1 миллион 100 мең тонна сенаж һәм 1 миллион тонна силос һалыу, мал башына 28 центнер аҙыҡ әҙерләү бурысы ҡуйылған.







