Баймаҡ районыныда теркәлгән юл-транспорт осрағында дүрт кеше һәләк булған, уларҙың береһе-8 йәшлек бала. Авария кисә киске сәғәт 11-ҙә Магнитогорск-Ира трассаһының 126-сы километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 25 йәшлек водитель идара иткән «Лада Веста» Сибай яғына хәрәкәт иткәндә ҡаршы килгән «Лада Ларгус» менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә ике водитель һәм Ларгустың ике пассажиры осраҡ урынында һәләк булған. Тағы бер пассажир-5 йәшлек ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.





