Өфөнөң «Баланов» паркы Дим биҫтәһе халҡының ял итеү өсөн тағы ла бер заманса йәмәғәт майҙанына әүереләсәк. Әле биләмәне төҙөкләндереүҙең беренсе этабы башланды. Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса алып барыла. Проектта «Мәҙинә» мәсете яғынан инеү зонаһын һәм буласаҡ фонтан эргәһендәге ял зонаһын төҙөкләндереү ҡаралған. Биләмәгә яңы япма һалына, тышҡы яҡтыртыу монтажлана, бәләкәй архитектура формалары, эскәмйәләр, уйын комплексы һәм башҡа ҡорамалдар ҡуйыла. Был эштәр ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырырға, ғаилә һәм әүҙем ял итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырырға мөмкинлек бирәсәк.






