Федоровка районы Батыр ауылына-285 йыл. Ошо уңайҙан ауылдаштар байрамға йыйылды. Ауыл тарихына бағышланған китаптың исем туйы сараның үҙәгендә булды. Ҡул осталары йәрминкәһе, йыр-бейеү маһирҙары сығышы, етеҙ, мәргән, таһылдарҙың сәмле ярышы йәм өҫтөнә йәм өҫтәне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Батыр-Ашҡаҙар йылғаһының үрге ағымындағы беренсе ауыл. Уға 1740 йылда волость старшинаһы Батыр Тәкәев нигеҙ һалған.1872-1959 йылдарҙа йәшәгән ауыл муллаһы Шәйәхмәт Багаев нәҫел шәжәрәһен яҙып барған. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы ауыл тарихы теркәлгән китаптың исем туйына арналды. Авторы-Батырҙың абруйлы шәхесе, һәүәҫкәр тарихсы Миҙхәт Багаев.
Ауыл тарихын яҙыуға Башҡортостан Милли архивы хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәткән. Архив директоры урынбаҫары Зөлфәр Ғәтиәтуллин: «Халыҡтың үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы хуплауға лайыҡ»,-тип белдерҙе.
Ҙур булмаған Батыр ауылынан бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында фән һәм мәғариф хеҙмәткәрәҙәре, район-ҡала, предприятие-ойошма етәкселәре, сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәре. Ҡунаҡтар киң илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылғайны.
Байрам юғары кимәлдә үтһен өсөн ауыл әүҙемселәре ҙур көс һалған. Йыл дауамында социаль селтәрҙә тарихи фотолар тупланған, стендтар эшләнгән. Ҡул оҫталары йәрминкәгә иң яҡшы тауарҙарын алып сыҡҡан. Йыр-бейеү оҫталары репертуарын яңыртҡан. Йәше-ҡарты спорт ярыштарына әҙерләнгән. Әйткәндәй, Батыр ауылының исеме есеменә тап килә. Бында милли көрәш буйынса донъя чемпиондары тәрбиәләнгән.
Ауылдаштар һәм ҡунаҡтар уҡ атыуҙа, халыҡ уйындарында ихлас ҡатнашып, бүләктәр отто, майҙан тултырып бейергә төштө. Аталы-уллы Миҙхәт һәм Айбулат Багаевтар-сараның бағыусылары ла булды. Атай кеше байрам табынына тип ҡорбан салһа, улы Көрәш майҙанында бил бирмәҫ батырға тәкә тапшырҙы.
Батыр ауылының тарихы дауам итә. Кемдер махсус хәрби операцияла ил именлеген яҡлап, кемдер тыныс тормошта күркәм эштәре менән яңы тарих яҙа. Милләт ҡото булған ауылдарыбыҙ һүнмәһен, ти батырҙар.
Рәйсә Абдуллина






