Салауат сәнәғәт зонаһына дошман пилотһыҙ аппараттарының кире ҡағылған һөжүменең эҙемтәләре Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарына йоғонто яһамаясаҡ. Был хаҡта БСТ каналы тура эфирында Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко хәбәр итте. Яғыулыҡҡа оҙон сираттар, килеп тыуған хәлгә автоһәүәҫкәрҙәр фекере менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.
Әлеге ваҡытта заправкаларҙа ҙур сираттар шәхси эшҡыуарҙар, бойондороҡһоҙ АЗС-тар ябылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән, һәм автоһәүәҫкәрҙәр ағымы ҙур селтәрҙәргә йүнәлгән.Һәм шуға күрә запрпакаларҙа сират 20 процентҡа артыуы күҙәтелә.Республика биләмәләрендә яғыулыҡ менән хәл алдағы бер нисә көндә тотороҡланырға тейеш. Башҡортостандың сәнәғәт, энегетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко БСТ каналында тура эфирҙағы брифингта ошондай фекер белдерҙе.
Буш бак, сәғәттәр дауамына һуҙылған сират, бындай шартарҙа хатта иң сыҙамдарҙың да түҙемлеге бөтә. Автомобиль яғыулығы мәсьәләһе тирләй хәл яйға һалынған кеүек тойолһа ла, яғыулыҡҡа һыу буйы сират һәм тығындар кире ҡайта. Автомобилде яғыулыҡ менән тәьмин итеү республика халҡы өсөн йәнә ҙур һынауға әйләнде.
Ҡаланың бөтә заправкаларында ла оҙайлы сират. Урыны менән 2 рәт. Дөйөм алғанда, ҡалала бензин бар, әммә мәҫәлән, Аврора урамындағы АЗС-ТА 95 бензинға өҙөклөктәр бар, ә Дуҫлыҡ монументы янында бөтә колонкалар ҙа эшләмәй.
Әммә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡала халҡының күпселеге хәлде аңлап ҡарай, ҡайһы берҙә ыңғай яҡтарын да таба.
Муниципалитеттарға килгәндә Баймаҡ районында заправкалар эшләй, әммә тығындар һаҡлана. Күп саҡрымлыҡ Ҡырмыҫҡалыла ла тығындар күҙәтелә. Автоһәүәҫкәрҙәр сәғәттәр буйы бактарға яғыулыҡ ҡойоу мөмкинлеген көтә. Ҡариҙелдә иһә заправкалар ябыҡ. Урындағы халыҡ, хәлдең яҡшырыуына өмөтләнә.
Телеүҙәк районында ла запрпавкала бензинға сират ҙур. Водителдәр сабырлыҡ менән яғыулыҡ тултырыу мөмкинлеген көтә. Хәл профилле хеҙмәттәр контролендә, заправкаларҙың ғәҙәти эш режимын мөмкин тиклем тиҙерәк көйләү мәсьәләһе хәл ителә.
Гүзәл Борханова




