Өфө ҡала советы башҡала мэры Ратмир Мәүлиевты вазифаһынан бушатты

Бөгөн башҡала советы депутаттары көнүҙәк мәсәләләрҙе тикшереү өсөн сираттан тыш кәңәшмәгә йыйылды. Төп пункт- Өфө мэры Ратмир Мәүлиев менән контрактты өҙөү.

Кисә Өфө ҡала советына Ратмир Мәүлиевты дәүләт серенә бағышлау туҡтатылыуы тураһында рәсми күрһәтмә килгән. Был хоҡуҡтан мәхрүм ителеү үҙ сиратында башҡала хакимиәте вазифаһынан бушатыуҙы талап итә.

Мәғлүм булыуынса, әле Ратмир Мәүлиевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара. Ул ришүәт алыуҙа һәм вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә. Ултырыш ваҡытында Ҡала советы депутаттары килеп тыуған хәлгә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе, коррупция һәм амораль күренештәр буйынса кире фекерен еткерҙе.

Өфө хакимиәте автопаркын һуңғы йылдарҙа Башҡортостан юғары судына эшкә күскән Татарстан судьялары мәнфәғәтендә файҙаланыу тураһында мәғлүмәт бар. Был осраҡ буйынса ҡала советы тейешле органдарға мөрәжәғәт итәсәк. Беҙ Республиканың Юғары суды рәйесе Раил Шәйҙуллин менән бәйләнешкә сығып ҡараныҡ, әммә һөҙөмтәһеҙ. Ҡабул итеү бүлмәһенән тәүҙә һүндерелгән номерға ебәрҙеләр, ә аҙаҡ бәйләнеш бөтөнләй өҙөлдө.

Ә хеҙмәт килешеүен туҡтатыуға килгәндә, депутаттар Ратмир Мәүлиевты вазифаһынан бушатыу буйынса берҙәм тауыш бирҙе.

Р.Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ