Өләсәй тәрбиәһендә үҫкән герой. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Гроза» ҡушаматлы яугир бер нисә көнгә Хәйбулла районына ҡайтҡан. Алғы һыҙыҡта яраланған десантсы өләсәһенең һөйөүе һәм атаһының хәстәре менән тиҙерәк аяҡҡа баҫырға йыйына. Электрик һөнәрен үҙләштергән яҡташыбыҙ дуҫ-иштәре кеүек әрме сафында хеҙмәт итергә ниәтләй. Әммә һаулығы буйынса саҡырылмай ҡала. 2024 йылда ул Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана.
Яугирҙың атаһы улы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Уның да үҙе кеүек десантсы булыуына шат. Наил Рәжәп улы үҙе ике тапҡыр алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау алып бара. Яҙмыш ҡушыуы буйынса өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән яугир Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-балаларының данлы юлын лайыҡлы дауам итә.






