Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14-17 йәшлек 4 үҫмер Йылы күлендә ҡуртымға кәмә алған. Көслө ямғыр башланғас улар ярға сығырға ашыҡмаған, киреһенсә кәмәне һелкетеп уйнағандар. Ул түңкәрелгән, балалар ярҙан йөҙ метр алыҫлыҡта һыуҙа ҡалған. Уларҙы дежурҙа булған ҡотҡарыусылар күреп ҡалған, ярҙамға килеп өлгөргән.








