Был тема республика хөкүмәтендә ҡаралды. Бер аҙнала "Инцидент-менеджмент" системаһына 5 меңдән ашыу хәбәр ҡабул ителгән. Уларҙың күбеһе тирә-яҡты, инфраструктураны төҙөкләндереүгә бәйле. Шулай уҡ ағас, ултыртыу, сүп-сар сығарыу буйынса мөрәжәғәттәр күп. Өфө, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡта йәшәүселәр социаль селтәрҙә әүҙемлек күрһәткән.








