Радий Хәбиров ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән Галина Куклеваның яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашты

Данлыҡлы биатлонсынын 54-се йәшендә ғүмере өҙөлдө. Галина Алексеевна үҙенең спорт юлын тыуған Ишембай ҡалаһында тренер Владимир Новожилов етәкселегендә башлай. Тап бында ул оло еңеүҙәргә тәүге аҙымдарын яһай, был спортсыға халыҡ-ара танылыу килтерә һәм уның исемен мәңгегә донъя биатлоны тарихына индерә. Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа 1998 йылда Наганола үткән ҡышҡы олимпия уйындарында Галина Куклеваның триумфын хәтерләйбеҙ. 7,5 километр спринтта ул алтын миҙал яулай. Шуныһы мөһим, яҡташыбыҙ бер ҡасан да үҙенең кесе ватанын онотмай, һәр ваҡыт тыуған ҡалаһына ярҙам итә, Ишембайҙың почетлы гражданы була. Галина Алексеевнаның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Уның ҙур ҡаҙаныштары, спортҡа тоғролоғо һәм йәш спортсыларҙы тәрбиәләүгә индергән өлөшө киләсәк быуындар өсөн сағыу өлгө булып ҡалырына ышанам, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ