Дауылдың ни тиклем көслө булыуын ваҡиға шаһиттары төшөргән фото һәм видеояҙмаларға ҡарап та төҫмөрләргә мөмкин. Әлшәй районы хакимәте башлығы Наил Әбелғужин үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итеүенсә, көслө дауыл Механизаторҙар урамындағы йорттоң һәм хужалыҡ ҡаралтыларының ҡыйығын алып ташлаған, электр линияларына зыян килтергән, ағасты һәм хатта автомобилде ауҙарған. Әле урында тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса тергеҙеү эштәре алып барыла.






