Өфөлә йылға судноһында махсус тактик күнекмә ойошторолдо

Өфөнөң «Аҡсарлаҡ» теплоходында көслө янғын сыҡҡан. Ҡуйы төтөн һөҙөмтәһендә пассажирҙарҙың һәм экипаждың ғүмеренә хәүеф янай, ашығыс эвакуация талап ителә.

Тактик күнекмә сценарийына ярашлы, йылға судноһына бер нисә минут эсендә ҡотҡарыусылар килә. Газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәте шунда уҡ кешеләрҙе эҙләүгә һәм ҡотҡарыуға тотона. Шартлы янғын урынында 65 кешенең береһе табылмауы асыҡлана. Уны эҙләүгә водолаздар ҡушыла. Һуңыраҡ хәбәрһеҙ юғалған пассажирҙың кәүҙәһе Ағиҙел йылғаһында табыла. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн урында криминалистар эшләй. Ҡотҡарыусылар һыуҙан тағы ике пассажирҙы сығара һәм табиптарға тапшыра, улар ҡурҡыуҙарынан теплоходтан һикергән була. Табиптар уларға тейешле ярҙам күрһәтә. Янғынды һауанан разведкалауҙы Ғәҙәттән тыш тыш хәлдәр министрлығының пилотһыҙ аппараттары башҡара.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ