Башҡортостанда бәшмәк миҙгеле башланды

Бәшмәк миҙгеле башланды. Яуым-төшөм күп булғанға күрә, быйыл уңыш та мул булмаҡсы. Бәшмәкселәр араһында әле үк биҙрә-биҙрә эшләпәле урман аҙығын эш итеүселәр бар. Һары бәшмәктәр баш ҡала йәрминкәләренә лә һатыуға сығарылған. Тыныс һунарсыларҙың тәьҫораттары, төрлө белгестәрҙең иҫкәртеүҙәре киләһе яҙмала.

Табалағы ҡатнашманы бутағанда тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр ҙә һалына. 15-20 минут бешергәндән һуң әҙерәк һеркә өҫтәлә. Продукт әҙер булғас та стерилизация үткән банкаларға тултырыла һәм һыуытҡысҡа ҡуйыла. Өфөнән Светлана Ғәйзуллина ун бишенсе йыл бәшмәктән ҡышҡылыҡҡа күп төрлө ризыҡтар әҙерләй. Маринадлау, тоҙлау, туңдырыу буйынса үҙ рецептары, алымдары бар.

Был һары бәшмәк Асҡын районынан килтерелгән. Ғәйзуллиндар ғаиләһе уҙған аҙнала тыныс һунар миҙгелен асып, тәүге уңышты йыйып алған. Эшләпәле ризыҡтарҙың мул үҫкән урындарын да яҡшы беләләр. Белгестәр билдәләүенсә, бәшмәкте йыйғанда һаҡ булырға ла кәрәк.

Тәжрибәһе булған кеше менән генә бәшмәк йыйырға барығыҙ. Төбәктә үҫкән бәшмәк төрҙәрен ныҡлап танып-белеү мотлаҡ, үҙегеҙгә генә, интернет-китаптағы фотоларға ғына таянып эш итеү дөрөҫ түгел. Гастрономия яғынан ҡарағанда, бәшмәктәр өс категорияға: ашауға яраҡлы, яраҡһыҙ һәм ағыулыларға бүленә.

Александр Шевченко, Өфө фән һәм технологиялар университетының биология һәм экология кафедраһы өлкән уҡытыусыһы

Йыл һайын миҙгел асылыу менән республикала бәшмәк менән ағыуланыу осраҡтары теркәлә башлай. Белгестәр әйтеүенсә, хәүеф зонаһында-өлкән йәштәгеләр һәм балалар. Ашҡаҙан ауырыуҙары менән яфаланғандар ҙа бәшмәк ризыҡтарын ашауҙы ауыр үткәрә. Тәүге билдәләр беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһында әлегә тыныс, бәшмәктән ағыуланған пациенттар теркәлмәгән.

Былтыр ҙа бәшмәк ашап ауырыған пациенттар аҙ булды, егермегә яҡын кеше дауаханаға һалынды. Баш әйләнеп, ҡоҫҡо килһә, эс ауыртһа, мотлаҡ рәүештә табипҡа күренергә кәрәк. Сөнки симптомдар сәғәт һайын көсәйеүе, үҙәк нерв системаһына, ашҡаҙан-эсәк трактына, бөйөр һәм бауырға зыян килеүе ихтимал.

Илдар Хәбибуллин, Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһының реанимация һәм интенсив терапия бүлеге мөдире

Әлегә баш ҡалалағы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һары менән ҡарама бәшмәк кенә тәҡдим ителә, улары ла иртәнге сәғәттәрҙә үк һатылып бөтә. Урманда тыныс һунар башланып ҡына тора, был осорҙа яратҡан шөғөлдән килем алырға теләүселәр ҙә арта. Интернет сауҙа хаҡтарына килгәндә, бәшмәктең килограммы 250 һумдан башлана.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ