Өфө ҡала Советы депутаттары судьяларҙы ташыу өсөн муниципаль машиналарҙы ҡулланыуҙы тикшереүҙе талап итте. Бөгөн улар Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт ебәрҙе. Унда Совет мәғлүмәттәренә ярашлы, Татарстандан эшкә килгән Башҡортостандың Юғары суды судьяларына хеҙмәт автомобилдәрен биреү осраҡтары теркәлгән.
Атап әйткәндә, һүҙ ошо судьяларҙы, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларын һәм шәхси мөлкәтен, шул иҫәптән бүләктәрҙе ял көндәрендә Ҡазанға илтеү һәм кире ҡайтарыу тураһында бара. Был ғәмәлдәр, фаразлауҙар буйынса, Башҡортостан Юғары суды етәкселеге башланғысы буйынса башҡарыла.
«Әлеге ваҡытта ауыр коррупция енәйәттәрендә ғәйепләнгән Ратмир Мәүлиевтың тәфтиш изоляторынан азат ителеүен һәм айырыуса йомшаҡ иҫкәртеү сараһы менән файҙаланыуын иҫәпкә алып, үрҙә күрһәтелгән факттар мәнфәғәттәр низағы өсөн объектив шарттар тыуҙыра һәм ҡабул ителгән суд ҡарарҙарының ғәҙеллеген шик аҫтына ҡуя», тиелә мөрәжәғәттә.
Беҙҙең ижади төркөм икенсе көн Башҡортостандың юғары суды рәйесенән был резонанслы мәсьәлә буйынса комментарий алырға тырыша. Әммә кисә уның ҡабул итеү бүлмәһендә яуап бирмәнеләр, ә бөгөн Раил Шәйҙуллиндың кеҫә телефонына шылтыратҡанда ул аңлатма биреүҙән баш тартты һәм трубкаһын ташланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә депутаттар сираттан тыш ултырышта бер тауыштан тикшереү аҫтында булған Өфө мэры Ратмир Мәүлиев менән контрактты өҙөргә ҡарар итте. Ул ришүәт алыуҙа һәм вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә. Ултырыш ваҡытында Ҡала советы депутаттары килеп тыуған хәлгә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе, коррупция һәм амораль күренештәр буйынса кире фекерен еткерҙе.






