Төҙөүселәр көнө алдынан конкурста тәжрибәле 18 ташсы көс һынашты. Өфө, Нефткама һәм башҡа ҡалаларҙан килгән һөнәрмәндәр ташты тиҙлеккә һалып оҫталығын күрһәтте. Мәртәбәле бәйгелә эштәрҙең сифатына юғары талаптар ҡуйылды. «АСБ» ойошмаһынан Валерий Аймырҙин конкурста еңеү яуланы. Призлы урын яулаусылар төҙөлөш министрлығынан аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. Былтырҙан алып «Иң яҡшы ташсы» конкурсы «Хеҙмәт кешеһе» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.






