Берҙәмлектә көс. Өфөнөң «Торатау» конгресс холында ошондай исем аҫтында Республика форумы үтте. Сара Башҡортостан татарҙары конгресы тарафынан Республика башлығы грантына ойошторолған.
Форумда Башҡортостандың милли, дини учреждениелары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, һәр ҡала-райондан делегациялар ҡатнаша. Сарала һүҙ төрлө йүнәлештәге ойошмаларға берләшеп эшләп, ойошҡанлыҡ тураһында һүҙ барҙы. Сөнки әлеге заманда бөтәһенең дә алдында бер бурыс тора-махсус хәрби операциялағы яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, еңеүҙе яҡынайтыу.
Форумда Башҡортостан татарҙары конгресы менән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы араһында хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Был эшмәкәрлекте тағы ла камиллаштырырға булышлыҡ итәсәк. Форумда төбәк тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар форумдың резолюцияһын ҡабул итте. Ул йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙе, милли мәҙәни эште үҙ эсенә ала.






