Документ 120-нән ашыу сараны үҙ эсенә ала. Ҡарауға планлаштырылған мәсьәләләр араһында беренсе ярты йыллыҡта милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары, урып — йыйыу эштәре барышы, хеҙмәт баҙарындағы хәл, мәктәптәрҙең һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының яңы уҡыу һәм йылытыу миҙгеленә әҙерлеге, дәүләт идаралығында яһалма интеллектты үҫтереү, республика органдары эшенә яңы технологиялар индереү, “Ғаилә” милли проекты барышында китапханалар, музейҙар һәм балалар мәҙәни үҙәктәре асыу бар. Шулай уҡ “ГеоСаҡырыу” халыҡ — ара геология чемпионаты, Халыҡ-ара Аксаков байрамы, Өфө халыҡ-ара марафоны кеүек ҙур саралар үткәреү ҡарала.







