Көслө дауыл йәнә Учалы районына ябырылған

Был юлы өйөрмә Өргөн күле һәм Илсе ауылы буйлап үткән. Бер нисә секунд эсендә ул ҡыйыҡтарҙы актарып, ихатаны аҫтын-өҫкә әйләндергән. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә өс йорттоң, хужалыҡ ҡаралтылары һәм ҡоймалары емерелгән. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында йәрәхәтләнеүселәр юҡ, тормош тәьминиәте системалары, социаль һәм мәҙәни объекттар зыян күрмәгән. Әле Илсе ауылында Учалы районы хакимиәте комиссияһы эшләй: күрелгән ҡаза күләме баһалана, тергеҙеү эштәре башланған. Иҫегеҙгә төшөрөбеҙ, тәбиғәт ғәрәсәте уҙған аҙнала Өргөн ауылында ла теркәлде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ