Һөт продукцияһына яңы ГОСТ стандарттары индерелә

Рәсәйҙә аҡ май, эсәр һөт һәм йомшаҡ сырҙарға яңы ГОСТ стандарттары раҫланды. Шулай уҡ үҙгәрештәр балалар туҡланыуында ҡулланылған продукттар-йогурттарға һәм эремсек һыуы нигеҙендәге эсемлектәргә ҡағыла. Етештерелгән һөт ризыҡтарының сифатына контроль арта, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре көсәйтелә. Өфөләге һөт заводында алдағы йылдарҙа үҙ көсөнә инәсәк талаптарға бәйле эш планы билдәләнгән, декларацияларҙы яңыртыу ҡаралған. Тулыраҡ киләһе материалда

Өфө һөт заводында ике йыл элек асылған ПЭТ-линияһы сәғәтенә 6 мең шешәне һөт менән тултырыу ҡеүәтенә эйә. Бөгөн призводство майҙансығы тулы ҡеүәттә эшләй. Яңыһын сафҡа индереү планлаштырылған. Әлегә ассортиментта 80-ән ашыу продукция, улар төрлө төрҙәге һәм үлсәмдәге ҡаптарға ҡойола. Был айҙа ғына шешә һауытында юғары аҡһымы булған, ҡара көртмәле тәме менән йогурт етештерелә башлаған. Тиҙҙән ул сауҙа кәштәләренә ҡуйыласаҡ.

Завод ун бер йыл элек асылып, республика ауыл хужалығы предприятиеларынан һөт ҡабул итә башлай. Предприятиеға килгән сеймал кеше ҡулы теймәйенсә эшкәртелә. Етештереү тулыһынса автоматлаштырылған. Магазин кәштәләренә барып еткәнсегә тиклем барлыҡ продукция етди тикшереү үтә.

Тәү сиратта-сифатҡа, унан һуң ғына заявка үтәлешенә иғтибар йүнәлтелә. Был турала баннерҙа ла яҙылған. Ҡабул ителгән һөт һәм етештерелгән продукция лабораторияларҙа ҡарала. Сауҙа нөктәләренә оҙатҡанда температура режимын һаҡлау буйынса ла саралар күрелә.

Сергей Штукатуров, һөт заводы башҡарма директоры

Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ тарафынан һөт продукцияһы сифатын күтәреү һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән яңы ГОСТтар раҫланды. Үҙгәрештәр 2027 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Әйтәйек, эсәр һөттөң айырым күрһәткестәренән тыш, лабораторияла контроль ойоштороу ысулдары ла заман талаптарына ярашлы үҙгәртелгән. Эремсеккә килгәндә, әселек кимәленең иң түбән сиге билдәләнгән.

ГОСТ буйынса үҙгәрештәргә бәйле барлыҡ документтарҙы, декларацияларҙы яңыртырға әҙерләнәбеҙ. Ҡаптарҙа ла талап ителгән норматив күрһәткестәр яҙылырға тейеш. Ҡабул ителгән саралар баҙарҙа конкурентлыҡҡа һәләтлелекте нығытырға булышлыҡ итәсәк.

Оксана Бейда, һөт заводының сифат буйынса директоры

2028 йылдан алып аҡ май менән йомшаҡ сырҙарға ла яңы гост талаптары үҙ көсөнә инә. Сеймал һәм әҙер продукцияны тикшереү ысулдарын камиллаштырыу, сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарын көсәйтеү, тәү сиратта, баҙарҙа фальсификацияны асыҡлауға, иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ