«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусы 20 махсус хәрби операция ветераны республика үҫеше буйынса диплом проекттарын яҡланы.
Иң яҡшы проект авторҙары махсус дипломдар менән бүләкләнә һәм төбәктең кадрҙар резервына индереләсәк. Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алыу барышында яҡташтарыбыҙ 4 уҡытыу модулен үҙләштергән. Улар дәүләт һәм муниципаль идара үҙенсәлектәрен өйрәнгән, иҡтисад, заманса технологиялар буйынса белемен камиллаштырған. Академияла уҡыу барышында алынған төплө белем проекттар нигеҙенә ятҡан. Эксперт комиссияһы эштәрҙе юғары баһаланы.
Мәғлүм булыуынса, «Башҡортостан геройҙары» программаһы Республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы дәүләт һәм муниципаль идара хеҙмәтенә, төбәк учреждениеларында эшләргә әҙерләү. Сығарылыш уҡыусылары үҙҙәренең белемен тыныс тормошта файҙалана һәм төбәк үҫешенә үҙ өлөшөн индерә ала.





