Башҡортостанда Рәсәй Йәмәғәт палаталары советы президиумы үтте

Илдең 9 төбәгенән йыйылған белгестәр йәштәр һәм балалар араһында деструктив контентҡа көрәш мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Хәүефһеҙ интернет лигаһы мәғлүмәтенә ярашлы мәктәп уҡыусыларының 89 проценты социаль селтәрҙәрҙә еңел аҡса эшләү теләге менән мутлашыусыларға эләгә, экстремист ойошмалар эшмәкәрлегенә, наркотиктар ҡулланырға йәлеп ителә. Шуға ла хәүефле мәғлүмәтте кисектереү өсөн төрлө ведомтволар тарафынан профилактика эше алып барыла. Президиум ултырышында балалар араһында деструктив контект менән көрәштә алдынғы тәжрибәләр билдәләнде. Ултырышта хоҡуҡ һаҡсылары, психологтар, социаль хеҙмәткәрҙәр, мәғариф учреждениалары етәкселәре ҡатнашты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ