Йәштәрҙе һаҡларға тейешбеҙ, тип белдерҙе Республика йәмәғәт палатаһы рәйесе Энже Әхмәҙуллина. Бөгөн Өфөлә Рәсәй йәмәғәт палатаһының күсмә ултырышы үтте. Энже Әхмәҙуллина әйтеүенсә, донъя селтәрендәге емергес көскә эйә контентҡа ҡаршы тороу өсөн йәмәғәселектең яуаплы булыуы шарт. Яуаплылыҡты ата-әсәләргә генә һалырға ярамай. Йәмғиәт традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа айыҡ аҡыл һәм яуаплылыҡ менән эш итергә тейеш, тине ул.








