Башҡортостанда яман шеш осраҡтары кәмегән

2026 йылдың тәүге яртыһында республикала яман шеш ауырыуҙары былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 5,3 процентҡа кәмегән. Бөгөн Радий Хәбиров Милли медицина радиология тикшеренеүҙәр үҙәгенең генераль директоры Андрей Каприн менән «Онкопатруль» Бөтә Рәсәй проектын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе буйынса осрашты. Проект сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә һәм республиканың эре предприятиеларында уңышлы эшләй. 17-18 июлдә Өфөлә әйҙәүсе белгестәрҙең оҫталыҡ дәрестәрен үҙ эсенә алған ғилми-ғәмәли конференция үтә. Андрей Каприн федераль проектты Башҡортостанда тормошҡа ашырыу кимәлен юғары баһаланы һәм төбәк идара командаһына онкология хеҙмәтен нығытыуҙағы иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ