Башҡортостанда «Инвестиция һабантуй»ына әҙерлек башланды

8-cе тапҡыр ойошторолған иҡтисади форум Сибайҙа 13-15 августа үтә тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров. Былтыр Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы тиҫтәләрсә сит ил вәкилдәрен һәм урындағы эшҡыуарҙарҙы берләштерҙе. Форумда Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан делегациялары ҡатнашты. Быйыл «Инвестиция һабантуй»ы «Еңеү иҡтисады» девизы аҫтында үтәсәк. Ил өсөн һынылышлы осорҙа биләмәләрҙе, сәнәғәт проекттарын үҫтереү, урындағы эшҡыуарҙарға ярҙам күрhәтеүгә баҫым яһаласаҡ тип көтөлә. Сараның мәҙәни программаһы сиктәрендә Төньяҡ амурҙарына бағышланған һыбайлылар тамашаһы, этно-коллективтар сығышы ҡаралған.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ