Энергиялы хәрәкәт. Өфө трамвай-троллейбус заводында йыйылған электробус аккумулятор батареяларының тулы зарядында 240 саҡрымға тиклем ара үтә ала. Әлегә ошондай ике транспорт Санкт-Петербург ҡалаһында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә. Халыҡ-ара кимәлдә лә Башҡортостанда сығарылған электробустар менән ҡыҙыҡһыныусылар бар. Көнсығыш Африкалағы дәүләт-Танзания ҡалаларында йәмәғәт транспорты паркын яңыртыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Беҙҙең ижади төркөм баш ҡалалағы цехҡа барып, электробустың техник яҡтан ҡоролоу процессын күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Электробусты ҙур электромобиль менән сағыштырырға мөмкин, электр двигатель ҡуйылған, яғыулыҡ урынына аккумуляторҙағы электр энергияһы файҙаланыла. Белгестәр билдәләүенсә, дизель автобустарға экологик яҡтан яҡшы альтернатива. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар ташыуға тәғәйенләнгәнгә күрә, был төр транспорттың техник яҡтан ҡоролошо күпкә ҡеүәтлерәк.
Өфө трамвай-троллейбус заводында өс йыл элек электробустар йыйыла башлай. Әлегә тәжрибә-сәнәғәт партияһы ғына әҙерләнә, шуға күрә етештереү ваҡыты ла күпкә оҙағыраҡ, һынауҙар ойошторола. Был төр йәмәғәт транспортында аккумуляторҙы зарядлау өсөн яҡынса алты сәғәт талап ителә. Салонда пассажирҙарға ултырыу өсөн утыҙҙан ашыу урын тәғәйенләнгән, ошо уҡ күләмдә кеше баҫып бара ала. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған
Электр ҡорамалдарынан алып каркасҡа тиклем-был төр йәмәғәт транспортын йыйғанда башлыса Рәсәй төбәктәрендә етештерелгән продукция ҡулланыла. Ә был, үҙ сиратында, Башҡортостанда сығарылған электробустарға ил һәм халыҡ-ара кимәлдә ышанысты арттыра. Әлегә Көнсығыш Африкалағы дәүләт менән экспорт буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Электробус йыйыу-бик ҡатмарлы инженерия процессы. Техник талаптар һәр төбәктең, илдең климатына бәйле. Иң мөһиме-аккумуляторҙарҙың тотороҡло эшен тәьмин итергә кәрәк. Шулай уҡ инфраструктура үҙенсәлектәре лә иҫәпкә алына. Әйтәйек, Танзанияла йәмәғәт транспорты ишектәре икенсе яҡтан булырға тейеш, шулай уҡ кузов та бейегерәк.
Быйыл Рәсәй менән Танзания араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырылыуға 65 йыл. Башҡортостан да илдәр араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға ҡушылып, республика предприятиелары продукцияһын тәҡдим итте.
Танзания менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади, инвестиция, мәғариф һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү ҡаралған. Был йәһәттән республика вәкилдәре Африка дәүләтендәге эшлекле сараларҙа әүҙем ҡатнаша, Өфөгә лә сит ил делегацияһы килә.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр нығый икән, тимәк, продукция экспорты ла арта. Өфө трамвай-троллейбус заводы электробус һәм башҡа төр йәмәғәт транспортын йыйыу темптарын тиҙәйтергә әҙер. Әйтәйек, 2024 йылда етештереү ҡеүәттәре, заказдар буйынса рекорд ҡуйылған, предприятиела йыйылған 370 берәмек троллейбус Өфө һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә оҙатылған.
Гөлназ Хәйбуллина





