Урындағы ирекмәндәр көн һайын тиерлек Дурасов ауылына йыйыла. «Өмөт» тип аталған штабта гуманитар конвой ебәрер алдынан эш икеләтә арта. Бында маскировка селтәрҙәре үрелә, дронға ҡаршы юрғандар тегелә, һалма ҡырҡыла, адреслы посылкалар туплана. Үҙәккә урындағы кешеләр генә түгел, ә яҡын-тирәләге Пенза, Бикҡол ауылдары халҡы ла йөрөй. Бүләкбаштан да тотош ирекмәндәр командаһы килә. Улар үҙҙәре генә түгел, балаларын да йөрөтә. Мәҫәлән, 9 йәшлек Тамерлан бында өләсәһе менән бергә. Ул өлкәндәр һалдаттар өсөн хуш еҫле сәй әҙерләргә ярҙам итә. Әйткәндәй, был штабта президент грантын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур ирекмәнлек эше алып барыла. Тылдағылар киләсәктә 140 маскировка селтәре, дронға ҡаршы 100 юрған һәм снайперҙар өсөн 10 костюм тегеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.






